Главная » 2014 » Апрель » 22 » «Урал батыр » - яратҡан конкурсыбыҙ!
09:27
«Урал батыр » - яратҡан конкурсыбыҙ!

«Урал батыр » - яратҡан конкурсыбыҙ!

     17 февралдә район күләмендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең бәйгеһе үтте. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары һәр йылдағыса бик әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәштеләр. Ғиззәтов Айгиз (7в),Талипов Рәмил (6г),Әхмәдиев Эльдар (6а) , Рәхимова Ләйсән (6а) тарафынан эпостан сәхнәләштерелгән өҙөк барыһына ла оҡшаны һәм улар еңеүсе булып танылдылар.

    Эпосты яттан һөйләү буйынса 6 уҡыусы көсөн һынаны. Шиһапова Гөлшат (7а) – I урын, Фәхретдинова Айгүзәл (6в) – II урын, Яҡупова Йәмилә (6а) – III урындарға лайыҡ булһалар, Носратуллина Нургизә (8г), Носратуллина Рената (6а), Ишмөхәмәтова  Гөлдәр (5а) әүҙем ҡатнашҡандары өсөн грамота менән бүләкләнделәр.

    Уҡыусыларға киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр,  ә уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – Зарипова Ә.Ф.,Нуриева Ә.Й., Баева Г.Р., Нурғәлина Г.Ғ. ҡыҙына ижади уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 437 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]