Главная » 2015 » Апрель » 21 » Урал батыр
10:31
Урал батыр

16 апрелдә Дыуан районы республика лицей-интернатында "Урал батыр"эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Ошо сарала Республика лицей-интернаты, Дыуан районы Арый , Балаҡатай районы Яңыбай, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт,Мәсетле районы Ҡотош, Салауат районы Тирмән мәктәптәре командалары ҡатнашты.Бәйгене республика лицей-интернатының йәш артистары йыр-бейеүҙәре менән асып ебәрҙе. Сара барышында командалар үҙҙәре менән таныштырҙылар,эпостан өҙөк сәхнәләштерҙеләр. Ҡобайырҙы яттан һөйләү конкурсында Дыуан районы Арый мәктәбенән Йомағужин Юлдаш, Балаҡатай районы Билән мәктәбенән Әхтәрова Фәйрүзә, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбенән Ғимашева Филүзә, Мәсетле районы Ҡотош мәктәбенән Ҡасымова Таңһылыу, Салауат районы Тирмән мәктәбенән Айҙар Ғәйнетдинов, Республика лицей-интернатынан Шиһапова Гөлшат һынау тотто. Бәйгеселәр араһынан Айҙар Ғәйнетдинов, Ғимашева Филүзә ҡобайырҙы тулыһынса ятлаған. Ә Мәсетле районынан өс йәшлек Вәхитова Наҙлыгөл әпостан йөҙ юлды һөйләп барыһын да хайран итте,бәйгегә йәм өҫтәне. "Урал батыр"эпосын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара бәйгеһенә барлыҡ командалар ҙа ныҡлы һәм етди әҙерләнгән. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Салауат районы Тирмән мәктәбе, Дыуан районы республика лицей-интернаты, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбе командалары республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Просмотров: 278 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]