Главная » 2014 » Ноябрь » 17 » Шиғыр бәйгеһе
09:28
Шиғыр бәйгеһе

Шиғыр бәйгеһе

    Тыуған ил, тыуған төйәк! Ниндәй изге төшөнсә! Һәр кемдең тыуған иле, төйәге бар, һәр кем уны үҙенсә һөйә, үҙенсә аңлай, уның менән ғорурлана. Был тойғо бала донъяны танып белә башлағас  та уның күңеленә һалына, ә беҙ – ата-әсәйҙәр, уларҙа тыуып - үҫкән ергә, теленә, моңона булған һөйөүҙе үҫтерергә бурыслыбыҙ.

       Беҙҙең киләсәгебеҙ бөгөнгө йәштәрҙән, уҡыусы балаларҙан тора. Хәҙер беҙ ниндәй орлоҡ сәсәбеҙ, ошондай уңыш йыясаҡбыҙ. Олотай – өләсәйҙәребеҙҙең тәрбиәһен дауам итеп, балаларҙа тыуған илгә, туған телгә тоғролоҡ, мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға, милләтебеҙгә оло хөрмәт тәрбиәләргә тейешбеҙ.

     Ошо маҡсаттарҙан сығып,  Дыуан районы мәғариф бүлеге планына ярашлы,  Мәҙәниәт йылына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе лә үҙенә бик күп конкурсанттарҙы һәм тамашасыларҙы йыйҙы. Конкурста  6-7 –се класс уҡыусылары  дүрт куплеттан да кәм булмаған шиғырҙарын  йола буйынса башҡорт һәм урыҫ телендә ятланылар. 23 уҡыусы араһында ярыш бик сәмле барҙы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ике номинацияла  – дәүләт телдәре һәм туған телдәр буйынса көс һынаштылар. Дәүләт телдәре буйынса: башҡорт телдәре араһында    I – Киселев Е.(Солтанова Ф.Д.),  II – Васенькова Л. (Фефелова Л.Ф.), III – Раннев Н.(Байрамова Ю.Ю.),  рус телдәре араһында  I –Йомағужин Ю.(Минһажева В.Р.),  II – Яҡупова Й.(Нурыева Ә.Й.), III – Садыкова Ю.(Теркулова З.М.) ,туған телдәр буйынса : башҡорт телендә  I  - Исмәғилова А. (Баева Г.Р.), II – Ишмөхәмәтова Д.(Минһажева В.Р.),  III – Әхмәтйәнова Ә.(Вәлиева Ә.Р.), рус телендә  I - Окорокова М. (Солтанова Ф.Д.), II-  Крючков С.(Латипова Г.С.), III -  Яркиев Н.(Тарасова И.Р.) – еңеүселәр булдылар. Гран- приға  ике телдә лә шиғырҙарын оҫта башҡарыусы Янова Ә.(Янова Р.М.) лайыҡ булды.

      Был конкурста уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалманылар, ә сығыштары менән тиңдәштәрен поэтик әҫәрҙәрҙең иң матур өлгөләре менән  таныштырҙылар, күңелдәргә һүнмәҫ рух һалдылар. Туған телгә, милләтебеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисе улар күңелендә бер ҡасан да һүнмәһен ине.

Баева Гүзәлиә Рид ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Просмотров: 879 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]