Главная » 2014 » Октябрь » 23 » Ринат Камалдың 60 йәшлек юбилейына арналған төбәк-ара китап уҡыусылар конференцияһы
07:13
Ринат Камалдың 60 йәшлек юбилейына арналған төбәк-ара китап уҡыусылар конференцияһы

Ринат Камалдың 60 йәшлек юбилейына арналған төбәк-ара китап уҡыусылар конференцияһы

          Республика лицей-интернатында яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың 60 йәшлек юбилейына арналған китап уҡыусылар конференцияһы үтте. Сарала яҡташыбыҙ үҙе ҡатнашты. Дыуан районы мәғариф бүлеге һәм Республика лицей-интернаты коллективы әҙерләгән йөкмәткеле сара программаһы йыйылыусыларға әҙиптең тормош һәм ижады менән яҡындан танышырға форсат бирҙе. Яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереү осрашыуға айырым йәм өҫтәне. Атап әйткәндә, арыйҙар –«Таня-Таңһылыу», Мәсәғүт гимназияһы уҡыусылары - «Сабырйән», РЛИ тәрбиәләнеүселәре  «Һөйкөмлө һөйәк»  романдарынан  эпизод  күрһәтте. Илмир Ғәлләмов менән  Илнара  Бәҙретдинова «Шаңдау» романынан монолог һөйләп ишеттерҙе. Конференция барышында Ринат Әлтәф улы уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе. Сара һуңында юбилярҙы лицей-интернат директоры Ф. Д. Шакиров, мәғариф бүлеге методисы И. В. Мөхәмәтова, журналист , «Әйлестан» гәзитенең беренсе мөхәррире Зыял Шәйхетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ә. Х. Рәхимов , Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат райондары вәкилдәре ҡотланы. Конференцияны «Әй ынйылары» ансамбле, А. Исмәғилева, М. Шәйәхмәтова, О. Йомағужина, 7 а класы уҡыусылары башҡарыуында концерт номерҙары, РЛИ-ның  йәш сәсәндәре сәхнәләштереүендә «Урал батыр» эпосынан өҙөк тулыландырҙы. Хушлашҡанда Ринат Камал, ҡунаҡтар сараға ентекле әҙерләнеп, уны юғары кимәлдә ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Просмотров: 435 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]