Главная » 2015 » Июнь » 2 » «Онотолмаҫ мәктәп йылдары» тантаналы линейка.
10:03
«Онотолмаҫ мәктәп йылдары» тантаналы линейка.

«Онотолмаҫ мәктәп йылдары» тантаналы линейка.

      Һуңғы ҡыңғырау… Сихри ауаз, ул ғәжәйеп моңһоу, һағышлы. Һәр кемдең күңелендә һаҡланған иң онотолмаҫ, гүзәл һәм тулҡынландырғыс мәл.

      2015 йылдың 23 май көндө 9-сы синыфта   76    уҡыусы һәм 11-се синыфта 18 уҡыусы өсөн мәктәптә һуңғы ҡыңғырау сыңланы.

     Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ Республика лицей – интернаты, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Киләсәктә хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙҙең арағыҙҙан республикабыҙҙың алдынғы эшмәкәрҙәре: ғалимдар, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, табиптар, мәҙәниәт белгестәре сығасаҡ. Ләкин ниндәй һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге, ғәмәлдәрегеҙ кешелекле булһын!

     11 класс уҡыусыларын байрам менән ҡотларға ата – әсәләр, Дыуан районы Мәғариф бүлеге методисы И. В. Мөхәмәтова, мәктәп директоры Ф. Д. Шакиров, класс етәксеһе Ниғәмәтйәнова И. Ф. һәм тәрбиәсеһе Шарипова А. А. ҡотланы. Уҡыусылар уҡытыусыларҙың изге теләктәрен, оло  тормошҡа биргән өгөт – нәсихәттәрен иғтибар менән тыңлап, үҙҙәре лә остаздарына күңел түренән урғылған йылы хис – тойғоларын, рәхмәттәрен еткерҙе.

       Һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары – 5 класты тамамлаған Сенгатуллина Эвелина һәм 11-се класс уҡыусыһы Борханова Альбинаға бирелде. Борханова Альбина быйыл «Иң яҡшы уҡыусы - 2015» тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды. Һәр яҡтан һәләтле, төрлө олимпиада – ярыштарҙа еңеү яулаған Альбинаның киләсәге өмөтлө.

       Һәр йылдағыса мәктәп директоры Ф. Д. Шакиров фән олимпиадаларында, спорт ярыштарында, сәнғәт конкурстарында ҡатнашып килгән уҡыусылар грамоталар менән бүләкләнде. Мәктәпкә, уҡытыусыларға ҡарата шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, сәскә гөлләмәләре бүләк ителде. Мәктәп алды матур биҙәлгән. Сығарылыш уҡыусыларына арналған стенд, ҡотлауҙар яҙылған плакаттар, шарҙар эленгән.

        Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Алда иң мөһим һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары. Бар сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, һайлаған уҡыу  йорттарының студенттары булып, яратҡан һөнәрҙәрен үҙләштереүен теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә!

Һуңғы ҡыңғырау яңғырай бөгөн

Яңы юл яра ғүмер ағышы.

Һуңғы ҡыңғырау – өләсәй доғаһы,

Изге юл теләй уның тауышы.

Хәйерле юл!

Хәйерле юл, һеҙгә, уҡыусылар!

 

Әҙерләне: Хафизова И. Р.

 

Просмотров: 1047 | Добавил: Admin | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]