Главная » 2015 » Апрель » 27 » Лицей-интернаттың йәш таланттары 23 апрель көнө Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылына концерт программ
09:46
Лицей-интернаттың йәш таланттары 23 апрель көнө Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылына концерт программ

Лицей-интернаттың йәш таланттары , мәктәптең «Төньяҡ амурҙары» квн командаһы 23 апрель көнө Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылына концерт программаһы менән барҙы. Уҡыусыларҙың сығышын «Төньяҡ амурҙары» квн командаһы башлап ебәрҙе. Квн-сыларҙың дәртле уйынын күреп, тамашасылар уларҙы алҡыштарға күмде. Артабан сәхнәгә «Әй ынйылары» бейеү ансамбле саҡырылды. Кисә барышында бейеүселәр Яуыш ауылы халҡын матур-матур бейеүҙәре,ә Айгөл Исмәғилева, Аделина Ибатуллина, Нурания Мөхәмәтдинова йырҙары менән ҡыуандырҙы. Илмир Ғәлләмов, Гөлнур Батталова, Гөлсөм Нурыева концертты ҙур оҫталыҡ менән алып барҙылар. Уҡыусыларҙың сығыштарынан һуң, йөкмәткеле, матур концерт өсөн Яңы Яуыш ауылы клубы мөдире Сәмәрйә апай Солтанова ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе , тағы ла ошондай концерттар менән килегеҙ, тип саҡырҙы. Уҡыусыларға таланттарын асырға, үҫтерергә, үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинселектәр тыуҙырыусы етәкселәре Рәмилә Владик ҡыҙына, Миләүшә Вәсих ҡыҙына, Розалия Рафиҡ ҡыҙына, Әлфирә Йәмил ҡыҙына, Наил Рафиҡ улына һәм мәктәп директоры Фларис Данис улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!!!

Просмотров: 230 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]