Главная » 2014 » Июль » 2 » Һәләтле балалар мәктәбе
10:31
Һәләтле балалар мәктәбе

          Балаларҙың йәйге ялын мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәреү маҡсатында  Республика лицей-интернатында Һәләтле балалар өсөн йәйге мәктәп ойошторолдо. Фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары Илнур Ғайса улы Билалов етәкселегендә уҡытыусыларҙың эшлекле командаһы тупланып, тәрбиәләнеүселәрҙең  ялын ойоштороу өсөн һәр көнгә тығыҙ программа төҙөлдө. Йыл әйләнәһендә төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡан  һәләтле  уҡыусыларҙан  торған өс отрядҡа вожатыйҙар билдәләнде. Һәр отряд үҙенә исем, йыр, девиз һайланы. Галстуктарының төҫөндә  флагтары булыуы уҡыусыларҙы тағы ла дәртләндерҙе. Иртәнге линейканан һуң балалар дәрестәргә ашыҡтылар. Башҡорт, рус теле, математика, химия, география, тарих фәндәренән  йыл әйләнәһенә алған белемдәрен  камиллаштырып, олимпиадаларға әҙерлек  үтте улар. Төшкө аштан һуң уңышлы, бәхетле булыу серҙәренә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс  тренингтар  аша  төшөнһәләр, ә видеороликтар, фильмдар төшөрөргә  Салауат Мәһәҙи улы Хузиндан өйрәнделәр. Йәйге мәктәптә балаларҙың рухи тәрбиәһенә лә ҙур иғтибар бирелде. Розалия Рафиҡ ҡыҙы Ибраһимова ойошторған барлыҡ саралар ҙа файҙалы, күңелле үтте, ял итеүсе балаларҙың  тыуған төйәгенә, туған теленә һөйөү тәрбиәләнде. Яҡташ шағирҙарҙың  шиғырҙарын ятлау буйынса флешмоб, Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү, уның тураһындағы йырҙар өйрәнеү, викториналар үткәреү, бер көндөң сараларын тик әйлеләргә бағышлау - быға асыҡ миҫал. Ә башҡорт теле уҡытыусыһы Нуриева Әлфирә Йәмил ҡыҙы ойошторған «Салауат эҙҙәре буйлап»  тигән экскурсия балаларға айырыуса ныҡ оҡшаны, ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Малаяҙ, Әлкә музейҙарын күреү, Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәйҙә булыу, таштирмәгә таш һалыу, Иҙрис ауылындағы Салауат мәмерйәһе янында батырыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләү, йырҙарын йырлау – уҡыусыларҙың  күңелендә ҙур хәтирәләр ҡалдырҙы.  Аҙна барышында үткәрелгән КВН-да, әкиәттәрҙе сәхнәләштереүҙә, йомғаҡлау концерттарында уҡыусыларыбыҙҙың сығыштарын күреп, уларҙың ни тиклем талантлы булыуҙарына, үҙҙәрен сәхнәлә ҡыйыу, ышаныслы тотоуҙарына һоҡланып бөтә алманыҡ.  А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры артистары менән осрашыу, сәхнә оҫталығы буйынса артистарҙың мастер-класс күрһәтеүе уларҙың  һәләтен үҫтереүгә тағы бер аҙым булды. Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух тигәндәй, спорт ярыштарынан да ситтә ҡалманы  ял итеүселәр. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың сәмләнеп «Күңелле старттар»ҙа, бадминтонда ярышыуын күреүе айырыуса ҡыҙыҡлы ине. Был уйындарҙа һәр отряд таһыллығын, йылғырлығын күрһәтеп, сәмләнеп ҡатнашты. Һигеҙ көн эсендә балалар дәрестә, төрлө сараларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһе буйынса бәпембәләр йыйҙылар. Көн һайын бәпембә һаны буйынса еңеүсе отряд билдәләнде, уларҙың флагы күтәрелде. Ә аҙаҡҡы көндә аукцион үткәрелде. Иң күп бәпембә йыйыусы матур бүләктәргә эйә булды. Балаларҙан: «Йәйге мәктәптә һеҙҙең өсөн иң оҡшағаны нимә?» - тип һорағас, улар дәррәү: «Барлыҡ саралар ҙа!» - тип яуап бирҙе. Ялдарын күңелле һәм фәһемле итеп ойоштороусы, күңел йылыһын йәлләмәүсе вожатыйҙары Нуриева Әлфирә Йәмил ҡыҙына, Хузин Салауат Мәһәҙи улына,  Динова Рита Шакирйән  ҡыҙына ҙур рәхмәттәрен әйтте уҡыусылар һәм киләһе йылда ла ошо йәйге мәктәптең эшендә ҡатнашырға ҙур теләк белдерҙеләр.

Ә. Й. Нуриева, Республика лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Просмотров: 519 | Добавил: Admin | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]