Главная » 2014 » Октябрь » 6 » «Йәйләү» яңы мөмкинселектәргә юл аса
07:08
«Йәйләү» яңы мөмкинселектәргә юл аса

 

«Йәйләү» яңы мөмкинселектәргә  юл аса

Быйылғы йәй минең өсөн бик файҙалы үтте. Июнь айында мәктәптә һәләтле балалар өсөн ойошторолған йәйге лагерҙа ял итһәм, ә  һуңынан ун етенсе тапҡыр үткәрелгән «Йәйләү» лагерында булырға бәхет тейҙе. Республика үҫмерҙәренең «Йәйләү» лагеры быйыл Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» лагеры базаһында урынлашты. Бында Башҡортостандың ауыл-ҡалаларынан, Татарстандан, Ырымбур Һәм Курган өлкәләренән йөҙҙән ашыу бала йыйылғайны.

Тәүҙә беҙҙе төрлө ырыуҙарға бүлделәр. Мин Бөрйән ырыуына эләктем. Яҡыныраҡ танышҡас, ырыуыбыҙ башлығын һайланыҡ. «Йәйләү»ҙә һәр көн үҙенсәлекле булды. «Тормош һабаҡтары» дәреслеге, «Йәйләү» программаһы авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева 21 көн буйына беҙҙең менән бергә булды, яҡындан аралашты, ярыштарҙа баһалар ҡуйҙы. Һәр көн ниндәйҙер бер темаға арналды. Тәүге көндә беренсе профессиональ башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдиевҡа арналған ижади кисә үткәрелде. Ял итеүселәр араһында һүрәт төшөрөү буйынса ярыштар ойошторолдо, дизайнерҙар көс һынашты.  Һәр көн үҙенсәлекле булды, ә шулай ҙа миңә  йәш бейеүселәр, йәш йырсылар, музыка ҡоралдарында уйнау, ғашиҡтар һәм Салауат Юлаевҡа арналған көндәр оҡшаны. «Йәйләү»ҙең иң һылыу ҡыҙын, иң батыр егетен асыҡлау  ҙа  ҡыҙыҡ булды. Лагерҙа мин бик күп дуҫтар таптым, әйҙәүсе етәкселәребеҙ иҫ киткес булдылар. Уларҙан беҙ күп нимәгә өйрәндек. Бигерәк тә музыка ҡоралдарында уйнау оҡшаны, мин ҡумыҙҙа, мандолинала уйнарға өйрәндем. Смена аҙағына ҡарай  ырыуҙар үҙ көнөн ойошторҙо. Был көндө ошо отряд барлыҡ эштәргә лә яуаплы булды. Ә һәр көнөбөҙ дискотека, уйындар, күңелле флешмоб менән тамамланды. Әүҙем ҡатнашҡан балаларға мәрәйҙәр бирҙеләр. Ошо мәрәйҙәр менән  «Йәйләү»ҙең һуңғы көнөндә үткәрелгән йәрминкәлә төрлө тәм-том, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандыҡ. Ял итеү ваҡытында Башҡортостандың халыҡ бейеүсеһе Рәшиҙә Туйсина, тарихсы Әхәт Сәлихов, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, «Бүреләр» рок-төркөмө солисы Илшат Абдуллин,  «Ҡош юлы»нан килгән ағай-апайҙар менән осраштыҡ. Был аралашыуҙар һәр беребеҙҙең йөрәгендә ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр, тип уйлайым.  Бәләбәй районындағы «Аҡсарлаҡ» лагерында ял иткәнем өсөн мәктәбемә, уҡытыусым Әлфирә Йәмил ҡыҙы Нуриеваға ҙур рәхмәт белдерәм. Сөнки уның әҙерлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән мәктәп, район ярыштарында, олимпиадаларҙа еңеү яулауым «Йәйләү»гә барыу  мөмкинселеген тыуҙырҙы. 

 Алгиза Носратуллина, IX г класы уҡыусыһы, Мәсәғүттәге республика лицей-интернаты

 

Просмотров: 506 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]