Главная » 2014 » Май » 26 » Изге эш
09:41
Изге эш

Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыр, уны тағы ла байытыр, матурайтыр өсөн беҙ үҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырашабыҙ. Былтыр ауыл эргәһендәге 4 км оҙонлоҡтағы урман буйҙарын мәктәп менән сығып сүп – сарҙан таҙарттыҡ. Быйыл да Дыуан районы хакимиәте тарафынан иғлан ителгән «Ағас ултырт» акцияһын класыбыҙ менән дәррәү күтәреп алдыҡ. Йома - изге көн, әгәр ҙә изге эштәр эшләһәң, уның мәртәбәһе икеләтә арта, тиҙәр.Үткән йома класс етәксебеҙ Гүзәлиә Рид ҡыҙы Баева һәм тәрбиәсебеҙ Рима Дим ҡыҙы Бәҙретдинова етәкселегендә Мәсәғүт ауылының Взлобок биҫтәһендә 500-ҙән ашыу (518) шыршы һәм ҡарағай ултырттыҡ. Үҫентеләр менән «Дыуан урмансылығы» етәксеһе А.И.Бәҙретдинов ярҙам итте.

                                                                                    Наҙлыгөл Хәмиҙуллина 8а класы уҡыусыһы Республика лицей-интернаты

Просмотров: 281 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]