Главная » 2015 » Май » 11 » Илһам мәктәбе
07:24
Илһам мәктәбе

Илһам мәктәбе

Быйыл, 2015 йылдың март айында, Дыуан районы Республика лицей –интернатында  ”Бөйөк Ватан һуғышы”на арналған олимпиаданың икенсе туры үтте.  Беренсе турҙа  ҡатнашыусылар инша яҙҙылар . Шулар араһынан 30 кеше генә икенсе турға үтте. Икенсе турҙа беҙ виктрина һорауҙарына яуап бирҙек ,шиғыр ятланыҡ. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе һайлап алыуы бик ауыр булды,сөнки бөтә балалар ҙа бик талантлы ине. Шуға ҡарамаҫтан, еңеүселәр билдәләнде. Был республика кимәлендәге олимпиаданы БГПУ-ның башкорт филология факультеты үткәрҙе. Еңеүселәрҙе улар “Илһам”  ижади- семинарға саҡырҙылар. Шул уҡ  көндә Вечаслав Чернев менән ҡыҙыклы осрашыу булды. Без уға уҙебеҙҙең һорауҙарзы бирҙек. ”Тулҡын”түңәрәгендә шөғөлләнеүсе студенттар Наил Ғәйетбайҙың “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тигән комедияһын күрһәттеләр.

 Ә инде  унынсы мартта еңеүселәрҙе Өфөгә саҡырҙылар. Унда беҙгә биш көнлөк программа төҙөлгәйне. Бик ҡыҙыҡ булыр тигәйнек, ысынлап та шулай булды. Беренсе көндө беҙ Башҡорт филология факультеты менан таныштыҡ. Аҙаҡ лексияға барҙыҡ. Беҙ унда «Кем ул шәхес» тигән теманы асыҡланыҡ. Һәр кешенең“үҙенсәлекле уй-фекере”  булырға тейеш тинеләр беҙгә унда.Тема бик ҡыҙыҡлы булды. Шулай уҡ Яҙыусылар берләшмәһенән  Спартак Ильясов һәм шағирә Гүзәл Ғәлиева менән осраштыҡ. Ә кискеһен инде «Шиғриәт кисәһе » үтте.  Икенсе көндө  «Аманат» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Мансур Ҡаҙаҡаев һәм “Йәшлек“ гәзитенең хеҙмәткәре Дамир Шәрәфетдинов та сығыш яһаны. Репортаж, тележурналистика серҙәрен астылар.Улар менән әңгәмә диалог формаһында үтте. Төштән һуң телецентрға йүнәлдек. Салауат Юлаев һәйкәлен дә курҙек. Буш ваҡыт ҡалғас , Айнур Асҡаровтың”Әсә”фильмына барҙыҡ. Өсөнсө көндө «Ағиҙел»журналы мөхәррире Азамат Юлдашбаев менән осрашыу булды. Зәки Вәлиди исемендәге китапханаға  ла барырға өлгөрҙөк.  Дүртенсе көндө   Мәғәриф министры Әлфис Ғаязов менән осраштыҡ. Ул беҙгә үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Шулай уҡ Лариса Абдуллина һәм Дамир Шәрәфетдинов менән осраштыҡ. Улар беҙгә шиғыр яҙыу серҙәрен астылар. Аҙаҡ балалар ебәргән видеояҙмаларҙы, репортаждарҙы ҡараныҡ, уларға үҙебеҙҙең теләктәрҙе әйттек. Кис көнө драмтеатрға барҙыҡ.  «Жанна»тигән спектакль ҡараныҡ. Дөйөм ятаҡҡа ҡайтҡас,бергәләп сәй эстек. Бишенсе көндө йомғаҡлау кисәһе булды. Бөтәһенә лә иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар бирелде. Йомғаҡлау кисәһен   концерт номерҙары менән тамамланыҡ.  Беҙгә был семинар бик оҡшаны. Үҙебеҙгә бик күп дуҫтар таптыҡ. Һәм икенсе йылға ла ,яңы еңеуҙәр менән бергә тағы ла бында киләбеҙ ,тип таралыштыҡ.

Илнара Бәҙретдинова, 9-сы  б класс уҡыусыһы

 

Просмотров: 404 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]