Главная » 2015 » Июль » 8 » Башҡорт асыҡ квн лигаһының Йәйге мәктәбе
16:28
Башҡорт асыҡ квн лигаһының Йәйге мәктәбе

 

Башҡорт асыҡ квн лигаһының Йәйге мәктәбе

Башҡортостан Республикаһының “Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт Асыҡ Квн Лигаһы  ” региональ йәмәғәт ойошмаһы Дыуан районы хакимиәте һәм Мәсәғүттәге Республика лицей-интернаты менән берлектә 26 июндән 29 июнгә тиклем Йәйге мәктәп ойошторҙо. Был сарала Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай, Салауат райондарынан һикһәнгә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Йәйге мәктәптең эш программаһы ҡыҙыҡлы, һәр яҡлап ныҡлы уйланылған. Шунлыҡтан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алды. Төрлө тренингтар, мастер- кластар, сәхнә оҫталығы буйынса дәрестәр үткәрелде. Шаян,тапҡыр булыу серҙәренә Урал Кәримов, Радик Ғиззәтов, Гөлфиә Сабитова, Алина Иманғолова,Марсель Мөхәмәтйәнов, Рәсүл Дәүләтҡолов, Азат Низаметдинов, Айҙар Йәнбухтин, Рөстәм Усманов кеүек квн оҫталары өйрәтте. Вожатыйҙар Әҙилә Сәйетова, Анна Шакирова, Анастасия Воронова, Ғәзинур Фатыхов, волонтерҙар Гөлназ Тажетдинова, Динара Вәлиева, Илгиз Мөхәмәҙиев, Рита Шакирйән ҡыҙы Динова ҡатнашыусыларҙы  әйҙәүсе, дәрт биреүсе ярҙамсы  булдылар. Берҙәм, татыу командалар барлыҡҡа килһен өсөн үткәрелгән төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында һәр кем әүҙем ҡатнашты. Дүрт көндөң эш  һөҙөмтәһе буйынса «Иң яҡшы команда» һайланды. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында Алия Ханнанова,Гөлсөм Нурыева, Сөмбөл Ғибәҙуллина, Азалия Төхвәтуллина, Сафиуллина Мәккә еңһә, ә «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһы Айҙар Ғафаровҡа, Алмаз Шәмсетдиновҡа, Юрис Сәлиховҡа, Мортаза Рәхимовҡа бирелде. Икенсе миҙгел уйындары һөҙөмтәһе буйынса ярымфиналға  үткән командалар етәкселәре Розалия Рафиҡ ҡыҙы Ибраһимова, Нурия Юлай ҡыҙы Нәсибуллина, Әхтәмов Илшат Шамил улы, лицей директоры Алексей Леонидович Неустроев Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының  «Рәхмәт хаттары ”менән бүләкләнде. Бындағы аралашыу,эшлекле осрашыу башҡорт шаяндар һәм тапҡырҙар хәрәкәтен үҫтерер, Башҡорт юниор квн лигаһының өсөнсө миҙгел уйындарында көслө командаларҙы күрергә мөмкинселек бирер, тигән өмөттә ҡала ойоштороусылар.

Ә. Й.Нуриева

Просмотров: 386 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]