Главная » 2014 » Август » 27 » Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге КВН мәктәбе
23:02
Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге КВН мәктәбе

          21-24 августа Ҡырмыҫкалы районы Ибраhим ауылында   урынлашҡан “Виктория” балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге КВН мәктәбе ойошторолдо. Был мәктәптең эшендә Учалы, Дыуан, Әбйәлил, Благовар, Ҡырмыҫҡалы райондарынан һәм Өфө, Салауат, Нефтекамск ҡалаларынан килгән иллегә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Ошо сарала  Нуриева Әлфирә Йәмил ҡыҙы, Ибраһимова Розалия Рафиҡ ҡыҙы етәкселегендәге мәктәбебеҙҙең «Төньяҡ амурҙары» командаhына ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.

       Ибраһим ауылына килеп еткәс, беҙ лагерҙың шундай матур урында икәнлеген күрҙек. Ойоштороусылар беҙҙе яҡты йөҙ менән бик яҡшы ҡаршы алды. Тәмле итеп ашаттылар, бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Тәүге көн беҙҙең танышыу булды. Йәйге КВН мәктәбен асыу тантанаһында Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Кәримов Урал Салауат улы йәш квн-сыларҙы сәләмләне, лагерҙың эшен асыҡ тип иғлан итте. Башҡорт юниор КВН лигаһының беренсе миҙгелендә еңеүсе “XX централ” командаһы  флаг күтәрҙе.  Рәйес урынбаҫары Иманғолова Алина Барый ҡыҙы, лиганың мөхәррире Сабитова Гөлфиә Ишбулды ҡыҙы Йәйге мәктәптең эш   программаһы менән таныштырҙы. Аҙаҡтан һәр команда алдан әҙерләп килгән визиткаларын күрһәтте.  Ә кисәнең һуңында беҙҙе ҡыҙыҡлы осрашыу көтә ине. “Ҡош юлы” фестивале еңеүселәре Альбина Шамсетдинова һәм Ришат Сөләймәновты беҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Уларҙың гитарала уйнап, башҡортса йырҙар йырлауы беҙгә айырыуса оҡшаны. Шулай тәүге көнөбөҙ бик тиҙ үтеп тә китте.

   Тәүге көндән үк беҙҙе дүрт отрядҡа бүлделәр, кураторҙар билдәләнеләр. Һәр эштә иң беренсе ярҙамсылырыбыҙ улар ине. Көн hайын йокларға ятыр алдынынан шәм аҫтында һөйләшеүҙәр үткәрҙек, унда кураторҙар менән бергәләп көн дауамында үткән сараларҙы баһаланыҡ, ҡараштарыбыҙ менән бүлештек. Төрлөбөҙ төрлө яҡтан булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, дүрт көн  эсендә беҙ бик ныҡ дуҫлаштыҡ.

    Ныҡлы, дуҫ команда барлыҡҡа килһен өсөн үткәрелгән төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында  һәр отряд әүҙем ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса отрядтарға төрлө төҫтәге йондоҙҙар тапшырылып барҙы.

     Мәктәптең эш программаһы тығыҙ, ныҡлы уйланылған, шунлыҡтан ҡыҫҡа ғына ваҡытта  бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ. КВН серҙәренә Урал Кәримов, Радик Ғиззәтов, Рәмил Ғафаров,Ринат Ниғмәтуллин,Илгиз Хәмитов, Гөлфиә Сабитова өйрәтһә, ә сәхнә оҫталығына Йәштәр театры артисы Илгиз Таһиров, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитова төшөндөрҙө. Был мастер-кластар бик ҡыҙыҡлы үтте, беҙ күп нимәгә өйрәндек,алған белемдәребеҙҙе практик рәүештә нығытып барҙыҡ.

-КВН – ул спорт кеүек. Унда туҡтап ҡалырға ярамай. Күп уҡырға, мәғлүмәтле, белемле булырға кәрәк. Яҡшы, оҫта итеп шаяртыу өсөн аҡыл кәрәк,-тип өйрәтте беҙҙе КВН оҫталары.  Йомғаҡлау кисәһендә улар өйрәткән барлыҡ серҙәр ҙә беҙгә бик кәрәк булды.

     Йәйге КВН мәктәбен  ябыу тантанаһында һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса грамоталар бирелде.  Беҙҙең команданан Айҙар Ғафаров «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында, капитандар ярышында, ә Сөмбөл Ғибәҙуллина «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе булды. Уларға Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Ә «Төньяҡ амурҙары» командаһы иң сағыу команда тип табылды.

Бындағы аралашыу, осрашыу башҡорт КВН-нын үҫтерер, киләсәктә командалар тағы ла күбәйер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Был сараны ойоштороусыларға, бағыусыларға, унда ҡатнашыу мөмкинселеген тыуҙырған Республика лицей-интернаты директоры Фларис Данис улына «Төньяҡ амурҙары» КВН командаһы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм.

Айгөл Хәмитова, XI класс уҡыусыһы, Дыуан районы республика лицей-интернаты

 P.S.  Әйткәндәй, октябрь айынан Башҡорт юниор КВН лигаһының икенсе миҙгеле башлана.  Төньяҡ зона уйыны октябрь һуңында Мәсәғүттә үтәсәк. Барлыҡ КВН командаларын ошо ҡыҙыҡлы сарала ҡатнашырға саҡырабыҙ.

 

Просмотров: 598 | Добавил: ru | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]