Главная » 2014 » Июль » 2 » Бөрйәндән еңеү менән
10:18
Бөрйәндән еңеү менән

               Башҡортостандың йөҙөк ҡашы һаналған гүзәл, үҙенең матурлығын , әкиәти илаһилығын һаҡлаған Бөрйәндә  «Мәсем», «Яуымбай», «Илсекәй», «Бөрйәндең егеттәре»  һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙары, легендалары, башҡорт батырҙары  һәм ил уҙамандары  тыуған ерҙә булып ҡайтыуыбыҙға ихлас шатбыҙ. Бөрйән - ысын мәғәнәһендә  тарихи ҡомартҡылар иле, эпостар төйәге,рухыбыҙ сәңгелдәге. Республика күләмендә 16-сы тапҡыр  үткәрелгән «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсының  тап ошо ерҙә үткәрелеүе лә быға асыҡ дәлил. Был күркәм сарала 54 команда, йәғни 216 бала ҡатнашты.  Беҙҙең мәктәптең данын  Айгиз Ғиззатов( VII кл.), Әхмәҙиев Илдар ( VI кл.), Рәхимова Ләйс ән( VI кл.),Носратуллина Рената( VI кл.) яҡланы.   Эпосты яттан һөйләү турында Носратуллина Рената ҡатнашты.  Ҡобайырҙың 1100 юлын яттан һөйләп,көйләп, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтте ул. Визитка менән сығыш яһағанда командабыҙ дәртле сығыштары, ҡыйыу булыуҙары менән айырылып торҙолар. Ә эпосты сәхнәләштереүҙә үҙҙәрен һәләтле, ысын сәхнә оҫталары икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбат итеп,икенсе урын яуланылар. Был бәйгенең  төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү. Шунлыҡтан бындағы барлыҡ саралар ҙа шул маҡсаттан сығып ойошторолдо. Бәйгеләрҙән һуң кисен таныштырыу программалары, Иҫке Собханғол, Байназар ауылдарының  йәш таланттарының концерттары, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, башҡортса флешмоб –ритайымдар, Шүлгән-таш мәмерйәһенә экскурсия  йәш сәсәндәрҙең күңелдәрендә мәңге  онотолмаҫ бер хәтирә булып ҡалыр. Республика кимәлендә үткәрелгән был  күркәм сара берҙәмлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ, изгелек ,ижадҡа илһам биреүсе ысын тәрбиә сығанағы. Был бәйгелә ҡатнашыу  мөмкинселеген булдырған мәктәп директоры Фларис Данис улы Шакировҡа, сәхнә оҫталығына өйрәтеүсе Рәмилә Владик ҡыҙы Зәбихуллинаға,  сағыу костюмдар өсөн Евгения Павловнаға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ.

Әлфирә Йәмил ҡыҙы Нуриева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

Просмотров: 325 | Добавил: Admin | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]