Главная » 2015 » Апрель » 22 » Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
07:51
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Республика лицей-интернатында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡазыев Динислам Ҡазыйәхмәт улы, уның тормош иптәше Лида Абдрафиҡ ҡыҙы (бергә тормош көтөүҙәренә 67 йыл )һәм баласаҡтары һуғыш йылына тура килгән Нафиҡова Сания Абдрафиҡ ҡыҙы, Рәйсә Абдрафиҡ ҡыҙы менән матур осрашыу үткәрелде. Сара барышында ветеран һуғыш осоро тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ә лицей-интернаттың тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарға йыр-бейеүҙәрен бүләк итте. Динислам Ҡазыйәхмәт улы Дыуан районы Әпсәләм ауылында тыуып үҫкән, 92 йәшлек ветеран әлеге көндә Өфөлә йәшәй.

Просмотров: 292 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]