Главная » 2014 » Октябрь » 13 » Һаулыҡ көнө
07:23
Һаулыҡ көнө

Һаулыҡ көнө

            Беҙҙең  мәктәптә бик ҙур сара- Һаулыҡ көнө уҙғарылды. Был көндә бөтә уҡыусылар иртәнән кискә тиклем төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар.  Олораҡ кластар волейбол, баскетбол, ә кескәйҙәр эстафеталарҙа ярышып, футбол уйнап ҡыуанды. Төштән һуң бөтә мәктәп менән тәбиғәт ҡосағына  сыҡтыҡ.  Унда барып еткәс, беҙ  тәүҙә линейкаға теҙелдек. Лицей-интернаттың уҡыусылары менән осрашыуға Дыуан районы урман хужалығы рәйесе Алис Алик улы Бәҙретдинов килгәйне.  Ул тирә-яҡ мөхитте  һаҡлау, йәшелләндереү тураһында һөйләп үтте. «Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө» акцияһында ҡатнашып, 517 төп ултыртҡан IX  а класын Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Тәбиғәтте һаҡларға, ошондай акцияларҙа тағы ла ҡатнашырға, әүҙем булырға саҡырҙы. Аҙаҡтан Һәр класс үҙенә ял итергә урын һайланы. Егеттәр усаҡ  яҡты, ә ҡыҙҙар телде йоторлоҡ салаттар, аш, тәмле урман сәйе әҙерләне. Тамаҡ ялғап алғас, беҙ ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ.  Эстафетала ярыштыҡ. Походтан ҡайтҡас, бөтәһе лә дискотекала күңел асты. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп ойошторолған был көн беҙҙең күңелдә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 Алгиза Носратуллина, IX  г класс уҡыусыһы, Мәсәғүттәге республика лицей-интернаты

Просмотров: 508 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]