Главная » 2015 » Май » 5 » Ҡара ергә баҫыу – оло бәхет, ти боронғолар.
13:06
Ҡара ергә баҫыу – оло бәхет, ти боронғолар.

        Ҡара ергә баҫыу – оло бәхет, ти боронғолар. Ысынлап та, бар тәбиғәт уянған саҡта, наҙ бѳркѳлгән миҙгелдә лицей – интернатының йәш таланттары 24 апрель кѳнѳ Дыуан районы Ҡаракүл ауылына «1 Май – яҙ һәм хеҙмәт байрамы» тигән концерт программаһы алып барҙы.

        Ғәлләмов Ильмир һәм Тажитдинова Гѳлназ килгән уҡыусыларҙы, ауыл халҡын яҡынлашып килгән «Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ – ара дуҫлыҡ һәм теләктәшлек кѳнѳ» менән ҡотлап концертыбыҙҙы башлап ебәрҙе. Бейеү ансамбле «Әй ынйылары» ауыл халҡын матур,  дәртле бейеүҙәре, ә Борханова Альбина, Гиззатов Айгиз һәм вокал ансамбле (Ибатуллина Аделина, Нурания Мөхәмәтдинова, Айгөл Исмәғилева, Гөлдәр Ишмөхәмәтова) күңелле йырҙары менән ҡыуандырҙы.

        Был концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ауыл клубы мѳдире Әҡлимә апай Черемшанцева ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

        Барыһын да йыйып әйткәндә, был байрам бѳтәһенә лә оҡшаны, сѳнки барыһы ла күңел асып, шатланып, дәртләнеп ҡайтып китте. Барлыҡ мѳмкинселектәр тыуҙырыусы етәкселәре Рәмилә Владик ҡыҙына, Миләүшә вәсих ҡыҙына, Ильзида Рифат ҡыҙына һәм мәктәп директоры Фларис Данис улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!!!

Просмотров: 255 | Добавил: Admin | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]