Главная » 2014 » Октябрь » 23 » 27 октябрҙә Мәсәғүт мәҙәниәт һарайында «Төньяҡ-көнсығыш» зона фестивале үтәсәк.
07:34
27 октябрҙә Мәсәғүт мәҙәниәт һарайында «Төньяҡ-көнсығыш» зона фестивале үтәсәк.

27 октябрҙә  Мәсәғүт мәҙәниәт һарайында «Төньяҡ-көнсығыш» зона фестивале үтәсәк. Ошо ҙур сарала төньяҡ- көнсығыш төбәгенән бөтәһе ун ете команда сығыш яһаясаҡ. Лицей-интернаттың «Төньяҡ амурҙары» квн командаһы был уйында ла һынатмаҫ,тигән өмөттәбеҙ. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Айҙар Ғафаров – «Төньяҡ амурҙары» квн командаһы капитаны:
Мине 2013 йылда командаға саҡырҙылар, күп уйлап тормайынса : «Мин һеҙҙең менән! » - тип яуап бирҙем. Ҡырмыҫҡалы районындағы  Йәйге квн мәктәбендә шаяртыу серҙәренә өйрәнгәс, «Төньяҡ амурҙары»ның капитаны булдым. 
Айҙарҙан шаяртыу.
- Вовочка! Һин тағы ла дәрескә әҙер түгелһең, үҫкәс, кем булырһың икән? – тип уҡытыусы уҡыусыһын әрләгән.
- Президент!- тип яуап биргән Вовочка.
- Кит күҙемә күренмә, алйот – тигән уҡытыусы.
Шул һүҙҙәрҙән һуң Путин башын эйеп, әкрен генә кластан сығып киткән.
Ошо ваҡиғанан һуң уҡытыусыларҙың эш хаҡы күп түгел икән... 
Айгөл Хәмитова, XI класс уҡыусыһы. Силәбе өлкәһе Златауст ҡалаһында тыуған. Әлеге ваҡытта Салауат районы Мәсетле ауылында йәшәй. 
Квн –да мин икенсе йыл уйнайым. Был уйын ярҙамында мин бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Һәр уйындан һуң күңелемдә дәрт арта, яңы үрҙәрҙе яуларға көс өҫтәлә.
Квн-да уйнау еңел эш түгел. Һәр бер сығыш алдынан бик ҙур эш эшләнә: сценарийҙар яҙыла, һуңынан улар ҡат-ҡат үҙгәртелә, музыка һайлана, ролдәр бүленеп бирелә һәм репетиция... репетиция....
Командабыҙҙа алты кеше. Бик татыубыҙ, бер-беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. «Төньяҡ амурҙары»ның дуҫ, эшлекле булыуы –етәкселәребеҙҙең эш һөҙөмтәһе. Уларға беҙ оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 
Әгәр ҙә һин йәш, дәртлеһең икән – оҙаҡ уйлап торма, КВН-ға рәхим ит! Һис шикһеҙ, бер минутҡа ла үкенмәҫһең!
Гөлназ Тажетдинова, XI класс уҡыусыһы. Мәсетле районы Бурансы ауылынан.
- Квн –да икенсе йыл уйнайым. Үткән йыл мәктәбебеҙҙә «Төньяҡ амурҙары» квн командаһы барлыҡҡа килде. Унда һәләтле, дәртле, башҡорт телен яҡшы белгән уҡыусылар йыйылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ бер коллектив булып ойоштоҡ, дуҫлашып, бер-беребеҙгә терәк булдыҡ. Быйылғы Башҡорт юниор квн лигаһының икенсе миҙгел уйындарында төньяҡ-көнсығыш зона буйынса ун ете команданың ҡатнашыуы бик ҡыуандыра. Был миҙгелдә бик күп яңы командаларҙы күрербеҙ, яңы исемдәрҙе ишетербеҙ, тип өмөт итәм.

Альбина Борханова, XI класс уҡыусыһы. Салауат районы Таймый ауылынан.
- Квн –да уйнауы еңелдән түгел, әммә был уйын бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс. Сөнки һин бында үҙеңде төрлө яҡтан асаһың, аралашаһың, үҙеңә бик күп дуҫтар табаһың. Уйыныбыҙҙы беҙ һәр саҡ:«Бөгөн еңеү яуларға тейешбеҙ!»- тигән һүҙҙәр менән башлайбыҙ. Һәр уйын дан ҡыҙыҡ хәтирәләр ҡала. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта үткән уйында финал йыр башланыр алдынан ,техник сәбәптәр арҡаһында беҙ сәхнәгә өс тапҡыр сыҡтыҡ. 

Илмир Ғәлләмов, IX класс уҡыусыһы. Дыуан районы Ҡаракүл ауылынан. 
Башҡорт юниор квн лигаһының икенсе миҙгелендә үҙебеҙҙе һынатмабыҙ, тип уйлайым. Көйәрмәндәребеҙ! Беҙ һеҙҙе 27 октябрҙә сәғәт 16.00- дә Мәсәғүт мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ!!! Төньяҡ-көнсығыш зона уйынына рәхим итегеҙ!!!!! 
Илдар Әхмәҙиев, VII класс уҡыусыһы. Дыуан районы Яңы Хәлил ауылынан.
- Мин әле йәш... Квн –да саҡ уйнай башланым. 

                                                                             Нуриева Ә. Й., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Просмотров: 232 | Добавил: Admin | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]